+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
19 Июль 2019, 16:55

Нишләп фонтан эшләмәй?

“Инцидент” системаһы Оксана Савкина-Черненконың мөрәжәғәтен асыҡланы.

“Инцидент” системаһы Оксана Савкина-Черненконың мөрәжәғәтен асыҡланы, ул Республика башлығы вазифаһын башҡарыусыға Фёдоровка ауылының төҙөкләндерелмәгән урамдары һәм эшләмәгән фонтаны хаҡында яҙған. “Ауышҡан ҡоймаларыбыҙҙы, ҡый үләненең үҫеп ултырыуын күрегеҙ, ике фонтаныбыҙ ҙа эшләмәй”, -тип яҙа ул.
Фёдоровка районы муниципаль район хакимиәте башлығы Венер Насретдинов яуап бирә: “Үҙәк урамдар территорияларының яҡындағы район үҙәге ойошмалары ваҡытында ҡый үләненән сабып тора. Эштәр күләме артыуға бәйле ниндәйҙер тотҡарлыҡтар тыуа. Әле роторлы сапҡысты эшләтә башланыҡ, атап үтелгән территория тиҙҙән сабыласаҡ. Айырым йорттарҙа йәшәгән граждандарға ла район үҙәген таҙа тотоуҙа ҡатнашырға кәрәк. Әле 2020 йылда фонтанды ремонтлау өсөн проект-смета документацияһы әҙерләнә. Район үҙәгендә бер генә фонтан төҙөлгән. Икенсе фонтан төҙөү планлаштырылмай”.
Читайте нас: