+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
19 Июль 2019, 14:11

Йәй, ҡояш, йылы...

Кисә иң батыр һәм етеҙ балалар Бала Сытырман ауылы күп функциялы клубы һәм китапханаһы коллективтары менән бергә “Джунгли саҡыра!” тигән сәйәхәткә юлланды.

Кисә иң батыр һәм етеҙ балалар Бала Сытырман ауылы күп функциялы клубы һәм китапханаһы коллективтары менән бергә “Джунгли саҡыра!” тигән сәйәхәткә юлланды. Алда уларҙы ҡыҙыҡлы һынауҙар: “Һаҙлыҡ”, “Джунглиҙың хәүефе”, “Төнгө ау”, “Януарҙар алышы”, “Етеҙ аяҡтар”, “Алтын йомортҡаны тот” һәм башҡа конкурстар көтә ине. “Арыҫландар” һәм “Крокодилдар” тигән командаларға бүленеп, малайҙар һәм ҡыҙҙар тиҙлектәрен, тапҡырлыҡтарын, татыулыҡтарын күрһәтте. Шулай, “Крокодил” конкурсында улар ҡулға-ҡул тотоношоп, иң оҙон “крокодил”ды күрһәттеләр. “Тәлмәрйендәр” конкурсында джунглиҙың һаҙлыҡтарында ниндәй үҙенсәлекле тәлмәрйендәр барлығын белдек. Ә ниндәй “Арыҫландар сабышы” күрһәтте улар! Был донъялағы иң иркә “арыҫландар” ине. Һәр конкурста еңеүселәргә “һөйәктәр” тапшырылды. Командалар татыу уйнаны. Еңеп алған “һөйәктәрҙе” һанап, “Арыҫландар” командаһы еңеп сығыуын белдек. Кемдер еңде, кемдер еңелде. Әммә һәр бала үҙенең изгелек өлөшөн тапты, дуҫлығын нығытты, үҙен ныҡлыҡҡа һынаны һәм приз алды. Шуға ла бөтәһенә лә афарин!
Читайте нас: