Балыҡлыбаш ауылында халыҡ яратҡан “Һаумыһыҙ, ауылдаштар!” байрамына әҙерлек бара. Ай башында клуб һәм мәсет территорияларында өмә үткәргәйнеләр: сүп йыйҙылар, сүп үләндәрен саптылар, сәскә түтәлдәрен матурланылар. Был изге эште ауыл клубы мөдире Нурия Тимербулатова ойошторҙо. Ә бер нисә көн элек шишмәләр территорияларын төҙөкләндереү буйынса өмәләр үткәрҙеләр. “Вилдан шишмәһе” биләмәһен балалары менән бергәләп Вилдан хәзрәт Исмәғилев төҙөкләндерҙе. Ә “Йәмилә” шишмәһендә өмәне Фәйрүз Мөрсәлимов менән Сәбилә Шәрипова ойошторҙо. Сүптән таҙартырға, ҡойоно, өҫтәл-эскәмйәләрҙе буярға уларға Йылға урамы халҡы ярҙам итте. Байрамды тағы ла йәмлерәк итергә тырышҡан был ауылдың әүҙем кешеләренә таҙалыҡ, тәртип һәм матурлыҡ өсөн тик рәхмәт кенә әйтәһе ҡала.