17 августа сәғәт ун икелә “Совет урамы көнө” сараһы үтәсәк. Унда Антоновтарҙың – быр урамда тамыр йәйгән иң беренсе ғаиләләрҙең береһенең шәжәрәһе күрһәтеләсәк. Байрамды концерт номерҙары менән ошо нәҫел вәкилдәре, “Тус-таван”, “Мерчень” халыҡ коллективтары һәм саҡырылған ҡунаҡтар биҙәйәсәк.
Шуға бәйле, ауылдың иң әүҙем һәм эшһөйәр кешеләре Үҙәк урамындағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға һәйкәл территорияһында һәм элекке туҡталыш урынлашҡан участкала өмәләр ойошторҙо. Территорияны тәртипкә килтерергә В. Данилова, Т. Волкова, Л. Антонова, В. Алексеева, С. Мухиярова, Л. Данилова, С. Семенова, К. Семенова, Н. Дементьев, В. Самарин, Л. Русакова, Н. Михайлова, В. Антонов, А. Козлов, А. Назаров, Г. Самарина ярҙам итте. Өмәне ауыл мәҙәниәт йорто мөдире В. Федорова һәм ауыл старостаһы Л.Антонов ойошторҙо.