+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
6 Август 2019, 17:44

Тәүге партия ҡуйылды

Федоровкала яңы контейнерҙар барлыҡҡа килде.

Элегерәк гәзит биттәрендә хәбәр итеүебеҙсә, 97 яңы сүп евроконтейнеры һатып алынғайны. Был контейнерҙарҙың тәүге партияһы Федоровка ауылының күп фатирлы йорттары ихаталарында ҡуйылды. Иҫке ҙур тимер контейнерҙарҙы яҡын арала алып бөтәсәктәр. Бөтәһе район буйынса бындай контейнерҙар өсөн 252 майҙансыҡ буласаҡ. Әлегә уларҙы урынлаштырыу урынын һайлау процесы бара. Майҙансыҡтар урынын халыҡ, Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтселеге менән килешеп раҫлаясаҡтар, һуңынан унда яңы контейнерҙар ҡуйыласаҡ. Хәҙер сүп түгеү уңайлыраҡ булыр, тип ышанабыҙ. Ҡапҡа алдына сығарып ҡуйылған сүп тоҡтары ла күңелгә ятмай ине.
Читайте нас: