Бөгөн, 3 сентябрҙә, Федоровка районы МР хакимиәтенең ултырыштар залында Физкультурник көнөнә бағышланған район спорт ярыштары еңеүселәрен бүләкләнеләр. Ауыл биләмәләре араһында беренсе урынды Гончаровка ауыл советы ауыл биләмәһе командаһы яуланы, икенсе урын – Михайловка командаһында, өсөнсө урында – Разин ауыл советы ауыл биләмәһе командаһы.Район предприятиелары һәм ойошмалары командалары араһында иң яҡшы һөҙөмтәне МЧС командаһы күрһәтте, икенсе урынды ветстанция хеҙмәткәрҙәре яуланы, өсөнсө урын – үҙәк район дауаханаһы командаһында.