+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
5 Сентябрь 2019, 14:21

Һигеҙ бала әсәһенә сертификат тапшырылды

Бөгөн, 5 сентябрҙә, Халыҡ-ара хәйриә көнө билдәләнә.

Бөгөн, 5 сентябрҙә, Халыҡ-ара хәйриә көнө билдәләнә.Хәҙерге тиҙлек һәм Интернет заманында алтын хаҡына торған изгелек тураһында ла оноторға ярамай. Изге эштәр башҡарыу ауыр түгел, ә күпме шатлыҡ-ҡыуаныс килтерә кешеләргә улар.Районыбыҙҙа хәйриә менән шөғөлләнгән, төрлө акцияларҙа ҡатнашҡан күп кешеләр йәшәй. Мәҫәлән, “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы арҡаһында күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтелде. Мәктәп кәрәк-яраҡтары алыуға сертификат хужаһы Аҡбулат ауылынан Алена Рәимова булды. Ул һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерә, шуларҙың дүртеһе – мәктәп уҡыусылары.Шулай уҡ күптәрҙең балаларынан ҡалған кейем-һалымы күп. Улар шкафтарҙа туҙан йыйып, урын биләп тора. Федоровка ауылының “Ғаилә” үҙәгендә “Әйберҙәргә икенсе ғүмер” акцияһы үтә. Теләгән кешеләр кейемдәрен тапшыра йәки гардеробын яңырта ала.Хәтерегеҙгә төшөрәм, бөгөн Халыҡ-ара хәйриә көнө, тик изге эштәрҙе башҡа ваҡытта ла башҡарырға мөмкин. Бөтәһен дә киң күңелле булыуығыҙ менән ҡыуандырырға ашығығыҙ.
Читайте нас: