+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
14 Февраль 2020, 18:09

“Көткәнебеҙ бушҡа булманы. Дауам итербеҙ”

Бөгөн Фёдоровка ашханаһы бинаһы фойеһында иртәнән күңелле сюрприз көттө. “Гермес” ҡулланыусылар йәмғиәте кондитер изделиелары күргәҙмәһен ойошторҙо. Әлбиттә, был сара байрам айҡанлы үткәрелде. Ни тиһәң дә, Ғашиҡтар көнө бит.

Күргәҙмәгә килеүселәр “Гермес” кондитерҙарының тәмле бәлештәрен, кекстарын, төрлө эслекле пирожкиҙарын, чебуректар, самса, булкаларҙы, капкейкалар һәм йөрәк формаһындағы һалынған һалынған салаттарҙы һатып алды. “Анна Павлова” торты, шартлоткалар, салаттар тиҙ арала һатылып бөттө.
Был проектты ойоштороусыларға афарин, тиергә генә ҡала. Антонина Петрова етәкселегендәге ашхана хакимиәте һәм кондитерҙар бригадаһы- технолог, ашнаҡсылар, бешереүселәр оператив эшләгән. “Ниәтебеҙҙең уңышлы булыуына шатбыҙ. Тимәк, был эште дауам итәсәкбеҙ”,- ти етәкселек тә, ҡулланыусылар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре лә.
Читайте нас: