+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
6 Март 2020, 13:40

“Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәтендә бөгөн инкубаторҙарға һигеҙ мең йомортҡа һалдылар

Ҡаҙ ите һорау менән ҡуллана, ә ҡаҙ бәпкәләрен интеграция программаһы буйынса уңайлы шарттарҙа “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәтенән алырға мөмкин.

Ихатала ҡаҙҙар булыу – байлыҡка, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер ул. Федоровка районының күп кенә ауыл халҡы, ошо ҡошто үрсетеп, ярайһы керем ала. Ҡаҙ ите һорау менән ҡуллана, ә ҡаҙ бәпкәләрен интеграция программаһы буйынса уңайлы шарттарҙа “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәтенән алырға мөмкин.
Бөгөн был эре предприятиела тәүге йомортҡаларҙы инкубаторға һалдылар. Ике инкубация шкафына һигеҙ мең аҡ итальян тоҡомло ҡаҙ йомортҡалары һалынды. Һалыр алдынан белгестәр уларҙы сорттарға айырған һәм эшкәрткән. Кампанияның уңышы туранан-тура бәйле булған был яуаплы эште Надежда Савкина, Әлфиә Йәғәфәрова һәм башҡалар эшләгән. Хәҙер операторҙар Федоров Юрий һәм Самарин Юрий температура режимын тикшерә. Коллектив тырышлыҡтары менән быйыл һары йомшаҡҡайҙар 4 апрелдә сығырға тейеш.
Читайте нас: