+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
11 Март 2020, 16:40

Күтәренке кәйеф эшлеклелеккә ҡамасауламаны

Фёдоровка районы ҡатын-ҡыҙҙар советының “түңәрәк өҫтәле” район хакимиәте башлығы, "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең райондағы ойошмаһы секретары Венер Насретдинов, уның урынбаҫары Эдуард Сәлишев һәм район депутаттар Советы секретары Винир Хәлитов ҡатнашлығында йылы һәм эшлекле мөхиттә үтте.

Фёдоровка районы ҡатын-ҡыҙҙар советының “түңәрәк өҫтәле” район хакимиәте башлығы, "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең райондағы ойошмаһы секретары Венер Насретдинов, уның урынбаҫары Эдуард Сәлишев һәм район депутаттар Советы секретары Винир Хәлитов ҡатнашлығында йылы һәм эшлекле мөхиттә үтте. Район хакимиәте ҡатын-ҡыҙҙар советының артабан да күпселек мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әүҙем эшләйәсәгенә иҫәп тотоуын йәшермәне.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың халыҡ араһында сәләмәт тормош рәүеше алып барыуҙы, спорт менән шөғөлләнеүҙе, ғаилә бизнесын үҫтереүҙе әүҙемләштереүҙә роле ҙур.
“Түңәрәк өҫтәл”дең көнүҙәк темаһы “Фёдоровка районында демография хәлен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт ойошмаларының, дәүләттең булышлығы” тураһында һөйләшкәндә ҡатын-ҡыҙҙар әүҙемлек күрһәтте. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, районда ғаилә хеҙмәте етәксеһе Рушания Руденконың, Фёдоровка ЗАГС бүлеге белгесе Зәлиә Кәримованың, район дауаханаһы табип-педиатры Елена Палаеваның, эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса район башлығы урынбаҫары Элеонора Ғәлимованың, мәшғүллек үҙәге психологы Ольга Синеваның, Пенсия фонды идаралығы начальнигы, район атайҙар советы рәйесе Самат Әхмәровтың сығышы иғтибар менән тыңланды. Һорауҙар байтаҡ бирелде. Ҡаралған проблемалар буйынса ыңғай үҙгәрештәр көтәсәкбеҙ.


Автор фотоһы.
Читайте нас: