Күптән түгел юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өсбүләк, Михайловка, Кирюшкин ауылдарында бетон туҡталыштар ҡуйҙы, ауыл халҡына уңайлыҡ булдырҙы. Ағас рейкаларҙан оҙон эскәмйә эшләп ҡуйылды. Хәҙер сағыу төҫтәргә буяйһылары ғына ҡалды. Был эштәр көндәр йылынғас дауам ителәсәк.
Автобус туҡталыштары ҡарҙан, ямғырҙан, елдән һаҡлай, шуға ла улар халыҡ өсөн кәрәкле. Бында ел-ямғырҙан ғына һаҡланырға түгел, ял итеп алырға ла була.