-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
16 Апрель 2020, 13:35

Оҙайлы ваҡыт өйҙә ултырыуға ижади ҡараш менән

Бала Сытырман күп функциялы үҙәге белгестәре социаль селтәрҙәге биттәрендә ҡыҙыҡлы акциялар башлаған, шуларҙың береһе - «Өйҙә күңелһеҙ түгел!»

Бала Сытырман күп функциялы үҙәге белгестәре социаль селтәрҙәге биттәрендә ҡыҙыҡлы акциялар башлаған, шуларҙың береһе - «Өйҙә күңелһеҙ түгел!» Баҡһаң, баласытырмандар бик талантлы һәм әүҙем кешеләр икән, буш ваҡыттарын файҙалы үткәрә беләләр. Кемдер, мәҫәлән, «Замандаш» ансамбле етәксеһе Гүзәл Сәлишева яңы блюдолар әҙерләргә өйрәнгән. Ҡалғандар ижад менән мауыҡҡан- бәйләйҙәр, сигәләр, рәсем төшөрәләр. Мәҙәни ойоштороусы Динара Мауҡаева изоляцияла булғанда Еңеү көнөнә репертуар әҙерләй. Күп функциялы үҙәк клубы балетмейстеры Гөлнара Әминова туғандары өсөн битлектәр тегә, туғаны Миләүшә менән гимнастика эшләй, шулай уҡ Халыҡ-ара бейеү көнөнә флешмоб әҙерләй.
Читайте нас: