Фёдоровка ауылы паркында балалар уйын майҙансығы эшләнә. Уны "Энергия Плюс" подрядсы ойошмаһы төҙөй. Эштәр оҙаҡламай тамамланасаҡ та. Әлегә бәләкәй архитектура формалары яһалған: лабиринт, бәүелсәк, турник, эскәмйә. Резина япма ла түшәләсәк.
Фёдоровка ауыл советы биләмәһе башлығы Наумов Геннадий Григорьевич әйтеүенсә, балалар майҙансығы бәләкәй фёдоровкалыларға һәм ауыл ҡунаҡтарын бик тә кәрәк.