Фёдоровка районы Гончаровка ауылы ҡатындары «Башҡорт шәле – 2020” VIII Республика фестиваль-конкурсында ҡатнашырға булған. Уның өсөн ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Мәрзиә Иҙрисова, район Мәҙәниәт йортонан Нурания Мортазина һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр, “Серҙәштәр” вокал ансамбле ағзалары “Шәл бәйләү” тип аталған видео-презентация ебәргән. Мәрзиә Хәлил ҡыҙы мәҙәниәт йорто сәхнәһен тематикаға ярашлы биҙәгән: сигелгән таҫтамалдар, һуғылған балаҫтар һәм башҡа атрибуттар.
Үҙешмәкәр сәнғәт кешеләре мамыҡ шәлде бәйләү процесын тулыһынса башҡарғандар. Тәүҙә кәзә мамығын тарағандар, уны йыуып, таҙартып, иләп, сиратып, йомғаҡтар яһап, ысын шәл бәйләгәндәр. Күмәкләп башҡарған эш һәр ваҡыттағыса уйын-көлкө, йыр, шаяртыуҙар менән күңелле барған.
Конкурсҡа шулай уҡ Динес ауылынан -Сәриә Насретдинова, Вәриҙә Әбдүшева, Рәмзилә Хәбибуллина, Райхана Рәхимова, Дәриға Йосопова, Гончаровканан – Нәфисә Насирова-Йәһүҙина, Зәбирә Ғайсина, Бала-Сытырмандан – Зилә Хмельницкая, Балыҡлынан Рәмилә Нәзированың бәйләнгән шәлдәре ебәрелгән.