+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
22 Декабрь 2020, 18:24

Йолалар быуаттар буйына һаҡланһын

Гончаровка ауылында ҡаҙ өмәһе булған.#ҡаҙөмәһе#гончаровкаауылы#ашҡаҙартаңдары

Район мәҙәниәт йорто методисы Нурания Мортазина үҙе кеүек үк дәртле Гончаровка ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Мәрзиә Иҙрисова менән бергә хәҙерге ваҡытта актуаль булған “Ҡаҙ өмәһен” - хеҙмәт байрамын -үҙ ихатаһында үткәрергә булған. Юнир һәм Нурания Мортазиндар ун бишәр ҡаҙ һәм өйрәк үҫтереп, “Серҙәштәр” вокаль ансамбле ағзаларын өмәгә саҡырғандар.
Ял көнө иртүк өй хужаларына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп инә. Уларҙың артынан уңған өмәселәр ҙә күренә. Һуңынан Ҡарһылыу Резеда Вахитова ябай өмәсегә, ә Ҡыш бабайТәлғәт Әбдрәшитов оҫта гармунсыға әйләнде. Гармун тауышы, халыҡ йырҙары аҫтында өмә тиҙ, күңелле уҙа. Барыһы ла тамамланғас, ҡаҙ түшкәләрен көйәнтәгә аҫып, хужабикәләр йылға буйына төшкәндәр.
Бына шулай үткән был хеҙмәт байрамы.
Гөлрайхан БАҠЫЕВА.
Фаил Рәхимов фотоһы.
Читайте нас: