Фёдоровка районы һәм ошонда йәшәүсе халыҡ тормошонда быйыл, муниципалитеттың матур юбилей датаһын билдәләгәндә, пандемияға бәйле мәсьәләләр булһа ла, бик ҡыҙыҡлы һәм яҡшы яңылыҡтар күп булды. Шундай ҡыуаныслы яңылыҡтарҙың береһе- райондың 85 йыллығына арналған өсөнсө китап сыҡты.
“Возвращаясь к истокам родной земли” китабының авторы-беҙҙең яҡташыбыҙ, сығышы менән Оло Сытырман ауылы егете, тарих фәндәре кандидаты Шамил Иҫәнғолов. Был китап “Белая река” нәшриәтендә ламинат тышлы, үҙенә йәлеп итерлек матур төҫтә, заман талабына тура килгән продукт булараҡ 500 дана булып баҫылды. Бағыусыһы-Фёдоровка муниципаль район хакимиәте.
Яңы китап алда сыҡҡан китаптарҙан йөкмәткеһе, материалдарҙың тәрәнлеге һәм күп мәғлүмәт тупланғанлығы менән айырыла. Ғалимдың был хеҙмәте ҙур фәнни-тарихи әһәмиәткә эйә, сөнки ул республика һәм район архивтарынан алынған, “Ашҡаҙар таңдары” гәзите редакцияһы фонды архив материалдары ла ҡулланылған. Бында беҙҙең эраға тиклемге 16-17 быуаттары, бронза быуаты мәғлүмәттәре лә ингән. Районыбыҙҙың төрлө йылдарҙағы үҫеше алынған. Бер һүҙ менән әйткәндә, материалы - бай, ә китап –ҡыҙыҡлы, кешеләр өсөн өҫтәл китабы булырлыҡ, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн фәнни-ғәмәли эштәргә ярҙам итерлек ҡиммәтле документаль сығанаҡ.
Оҙаҡламай был “Возвращаясь к истокам родной земли” китабы етерлек күләмдә райондың һәр мәктәбендә һәм китапханаһында буласаҡ.