“Башҡортостан Республикаһында быйылғы йылдың “Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы” тип иғлан ителеүе беҙгә бик оҡшай” – ти Федоровка района Юрматы ауылы активистары. Был спорт һәм физкультураны яратыусыларҙы һәм сәләмәт тормош алып барыусылар һанын арттырыр тип ышанабыҙ”. Ауыл атайҙар советы етәксеһе Ренат Тимербулатов менән бергә саңғы юлы һалалар һәм хәҙер рәхәтләнеп саңғыла шыуалар, беҙ уларҙың ҡайһы берҙәре менән таныштыҡ.
Үткән яңы йыл каникулдары ваҡытында был бик тә кәрәкле була. Мәктәп йәшендәге балалар менән бер рәттән ололарҙы ла саңғы юлында күрергә мөмкин. Әйткәндәй, тауҙан сана менән шыуыусылар ҙа юҡ түгел. Көн дә бер үк ваҡытта 10-15 кешене күҙәтергә мөмкин, ҡайһы осраҡта ҡыштың гүзәллегенә һоҡланып, саф һауа һулап, кинәнес кисереп яңғыҙ шыуыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Тимербулатовтар ғаиләһенән башҡа, Зинфур һәм Суфия Мортазиндарҙы, мәктәп уҡыусылары Азат Әбдрәшитов, Илһам Мәҡсүтовты һәм башҡаларҙы күрергә мөмкин.
Кистәрен Осло тау маршруты буйынса скандинав таяҡтары менән йөрөүселәр үтә. Ҡайһы саҡта елле көндәр була, өшөү, һыуыҡ тейеү ҡурҡынысы бар. Шуға күрә Ренат Йәүҙәт улы мәктәп ихатаһында тағы ла бер саңғы юла һала, бында хатта буран ваҡыттарында ла тынысыраҡ. Ғөмүмән спорт тормошон активлаштырыу өсөн юрматыларҙың пландары күп, әммә был турала ваҡиғалар ағышы күрһәтер.