1 апрель көндө Юлдаш ауылынан бер төркөм уҡыусылар Миҙхәт ағай Багаевтың саҡырыуы буйынса Батыр ауылының мәктәбендә булып ҡайтҡан. Миҙхәт ағай тәүҙә уҡыусыларға башҡорт яугирҙарының француздарға ҡаршы Ватан һуғышындағы батырлыҡтары, уларҙың ни өсөн "Төньяҡ амурҙары " тип аталыуҙары тураһында тарихи мәғлүмәт еткергән. Һуңынан башҡорт янының, уҡ-һаҙаҡтың төҙөлөшө, уның өлөштәренең нисек аталыуын, уҡ атыу серҙәренең нескәлектәрен аңлатып үткән. Уҡыусылар алдан сәпкә атып оҫталыҡтарын һынап ҡарағандар, һуңынан шарға атып ярышҡандар. Сарала шулай уҡ хакимиәт башлығы Аҡсурин Венер Мөнир улы, Батыр ауылының "Мәргән уҡсы "түңәрәгенә йөрөүсе ир-егеттәре, малайҙар, ҡыҙҙар ҡатнашҡан. Юлдаштар бындай осрашыу өсөн ихлас күңелдән Миҙхәт ағайға ҙур рәхмәт белдерәләр һәм киләсәктә ярыштарҙа осрашырға насип булһын тигән теләктә ҡалалар.