-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
3 Октябрь 2022, 12:30

Йыр-моң һәр саҡ ярҙам итә

Фёдоровка районы Юлдаш ауылы халҡы нәҡ шулай ти.

Йыр-моң һәр саҡ  ярҙам итә
Йыр-моң һәр саҡ ярҙам итә

Фёдоровка районы Юлдаш ауылы халҡы нәҡ шулай ти. Өлкән йәштәгеләрҙең оло хеҙмәт юлын, ҙур тормош тәжрибәһен баһалап, улар айҡанлы ике ҙур сара үткәргәндәр. 30 сентябрҙә “Гөлнәзирә” ауыл ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле етәксеһе Гөлнара Зәйнәғәбдинова пенсионерҙарға һәм ветерандарға бағышлап халыҡ һәм популяр эстрада йырҙарынан торған концерт ойошторған. Унда мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашҡан.
1 октябрҙә “Ағинәйҙәр” фольклор ансамбле лә шундай уҡ күңелгә ятышлы сара әҙерләгән. Бергәләшеп йырҙар йырлап, бейеп, ауыл оҫтабикәләре бешергән тәм-томло өҫтәл артында, рәхәтләнеп һөйләшеп уҙған байрам. “Бындай борсоулы, тыныс булмаған заманда ошондай күңелгә ятышлы кисәләр берләштерә, көс-дәрт бирә”, - ти Рәдифә Юлдашбаева.

Автор:Гульрайхан Бакиева
Читайте нас: