+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
6 Декабрь 2022, 11:59

Ир-егеттәребеҙ – лауреаттар!

Ир-егеттәребеҙҙең "Юлдаш" вокаль ансамбле Илеш районында үткән 2 тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең 100 йәшенә арналған "Ватанымдың данлы улы" Республика ижади конкурсына үҙҙәре башҡарыуындағы "Батырҙар йыры"н тәҡдим иткәйне.

Ир-егеттәребеҙ – лауреаттар!
Ир-егеттәребеҙ – лауреаттар!

Йыр 2 һайлап алыу турын үтеп, ансамбль Гала-концертҡа саҡырыу алды.  Шул уҡ йыр менән сығыш яһап, 3 дәрәжә лауреат исеме алып ҡайтты.

Яңы ғына барлыҡҡа килгән коллектив өсөн был ҙур еңеү. Илештәр ҡунаҡтарҙы бик йылы ҡаршылаған. Район үҙәгендәге бөтә иҫтәлекле урындар менән таныштырып, тыуған яҡты өйрәнеү, Муса Гәрәевтең музейҙарына экскурсия ойошторғандар.

Егеттәребеҙ афарин, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешергә насип булһын!

Ир-егеттәребеҙ – лауреаттар!
Ир-егеттәребеҙ – лауреаттар!
Ир-егеттәребеҙ – лауреаттар!
Автор:Разина Акчурина
Читайте нас: