-4 °С
Ясна
Район яңылыҡтары
6 Февраль 2023, 08:55

Уҡсыларыбыҙ һынатманы

4 февралдә Күгәрсен районының Бикбулат ауылында “Айыҡ ауыл- 2023” Республика конкурсы сиктәрендә “Мәргән  уҡсы” район-ара яндан атыу буйынса турнир ойошторолдо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡсыларыбыҙ һынатманыУҡсыларыбыҙ һынатманы
Уҡсыларыбыҙ һынатманы

Ярышта Ауырғазы, Күгәрсен, Ейәнсура, Көйөргәҙе райондары командалары менән бергә яҡташтарыбыҙ ҙа көс һынашты.

Фёдоровка районы Батыр ауылы аҡһаҡалы Багаев Миҙхәт Минеәхмәт улы был шөғөлгә ололарҙы ла, үҫеп килгән быуынды ла йәлеп итте. Үҙ ҡулдары менән эшләгән уҡ-һаҙаҡтарҙан башлаған ул был эште. Уҡсыларыбыҙ хәҙер инде район-ара яндан атыу ярыштарында ла ҡатнашалар. Көнәркәштәре араһында яҡташтарыбыҙ яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

Спортсыларыбыҙҙың  уңыштары хаҡында «Ашҡаҙар таңдары” район гәзитенең киләһе һанында уҡығыҙ.

Автор:Разина Акчурина
Читайте нас