-4 °С
Ясно
Район яңылыҡтары
3 Апреля 2023, 07:03

Юлсылар ремонт эштәрен башланы

Элегерәк яҙғаныбыҙса, муниципалитет ауылдарында Фёдоровка районы хакимиәтенең мәғлүмәт төркөмдәре халыҡ менән осрашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юлсылар ремонт эштәрен башланыЮлсылар ремонт эштәрен башланы
Юлсылар ремонт эштәрен башланы

Ауыл халҡы менән туранан-тура һөйләшеүҙәр барышында, юлдар торошо проблемаларҙың береһе булыуы әйтелгәйне. Халыҡты ҡыштан һуңғы юлдарҙағы соҡор-саҡорҙар борсой.

Юл төҙөү- ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре мәсьәләне иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡ һәм, соҡорҙарҙы, түмәләстәрҙе бөтөрөү өсөн, асфальт түшәлмәгән ауыл урамдарыннан грейдерҙар үтәсәк. Мәҫәлән, уҙған аҙнала бындай эштәр Бала Сытырман ауыл биләмәһе территорияһында башланған.

Соҡорҙарҙы, ярылған һәм етешһеҙлектәр булған юлдарҙы асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән ямау, юлдарҙы ремонтлауҙың киң таралған ысулы булып тора. Бөгөн Рөстәм Ниғмәтуллиндың “Башкиравтодор” йәмғиәте филиалы Стәрлетамаҡ юл төҙөү -ремонтлау идаралығының Фёдоровка участкаһындағы бригадаһы юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлауға тотондо. Ул Фёдоровка-Стәрлебаш юлы участкаһында эшләй. Район сигенә тиклем автомобиль юлын ремонтлауҙы иртәгә, 4 апрелдә тамамларға планлаштыралар.

 Тиҙҙән водителдәр был юлда соҡорға эләгеүҙән ҡурҡмай, тыныс ҡына йөрөй аласаҡ.

 Тулыраҡ  “Ашҡаҙар таңдары” гәзитенең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ.

 

Фәнис АҠСУРИН фотолары.

Юлсылар ремонт эштәрен башланы
Юлсылар ремонт эштәрен башланы
Юлсылар ремонт эштәрен башланы
Автор:Алсу Тятигачева
Читайте нас