-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
7 Декабрь , 11:00

МХО яугирҙәре диспансеризацияны сиратһыҙ үтә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 3 декабрҙә Башҡортостан “Юлдаш” телевидениеһы, “Рәсәй 24”, “Башҡортостан 24”, “Бөтә Өфө”, “Сәләм”, UTV телеканалдарында һәм “Юлдаш» радиостанцияларының тура эфирында МХО ветерандарының Өфө поликлиникаларында диспансеризация үтеү мөмкинлеге тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе.

МХО яугирҙәре диспансеризацияны сиратһыҙ үтә
МХО яугирҙәре диспансеризацияны сиратһыҙ үтә

Радий Фәрит улы, демобилизацияланыусылар һаны яйлап артасаҡ, һәм республиканың баш ҡалаһы поликлиникалары был ағымды күтәрә алмауы ихтимал, тип яуапланы.

- Хәҙер беҙ тәртипкә килтерелгән район поликлиникаларында диспансеризация үтеү өсөн уңайлы һәм һөнәри шарттар булдырыуҙан сығып эш итәбеҙ. Муниципалитеттарҙағы ҡайһы бер поликлиникалар хәҙер Өфөләгегә ҡарағанда ла яҡшыраҡ. Тағы ла ете яңы поликлиника төҙөйбөҙ, - тип аңлатты Радий Хәбиров. - Ә балансты боҙмаҫ өсөн Өфөгә ҡатмарлыраҡ хәлдәрҙе оҙатырға мөмкин.

Фёдоровка районының үҙәк дауаханаһында бер нисә МХО-ла ҡатнашыусы диспансеризация үтте, шулай уҡ был хеҙмәт уларҙың ғаиләләре өсөн дә асыҡ. Тиҙ үтеү өсөн ниндәй шарттар булдырылыуы тураһында Фёдоровка үҙәк район дауаханаһының баш табибы Олег Белоусов:

 - Фёдоровка районы МХО ветерандары һәм яугирҙәре тиҙ һәм сифатлы рәүештә киңәйтелгән диспансеризация үтә ала. Бының өсөн сиратһыҙ 131-се медицина бүлмәһенә барып, юллама алырға кәрәк.

Беҙҙә тикшереү ярайһы уҡ киң. Ул УЗИ-диагностика, флюорография, ЭКГ, артериаль һәм күҙ баҫымын тикшереүҙе үҙ эсенә ала. Ҡанды глюкоза һәм холестерин кимәленә тикшереү үткәрелә. Былар бөтәһе лә һаулыҡ менән бәйле реаль һәм потенциаль проблемаларҙы: ишетеү һәләте боҙолоуы, йәшерен контузиялар һәм ярсыҡтар яралары, нервы системаһы һәм терәк-хәрәкәт аппараты зарарланыуын ваҡытында асыҡларға һәм дауаларға ярҙам итәсәк.

Шулай уҡ ветерандарға тар белгестәр: офтальмолог, оториноларинголог, хирург, травматолог һәм невролог кәңәш бирә. Диспансеризация йомғаҡтары буйынса терапевт һаулыҡ торошо тураһында һығымта бирә. Кәрәк булғанда амбулатор йәки стационар шарттарҙа артабан күҙәтеү һәм дауалау өсөн өҫтәмә тикшереүҙәр тәғәйенләнә.

Диспансеризация ваҡытында үтергә кәрәк булған кабинеттарҙың күпселеге беренсе ҡатта урынлашҡан. Әгәр ҙә МХО-ла ҡатнашыусы инвалид коляскаһында йәки терәк-хәрәкәт аппараты менән проблемалар булһа, беҙҙә саҡырыу төймәһе ҡаралған. Уны файҙаланғандарҙың барыһын да махсус хеҙмәткәр – регистратор ҡаршы ала, ул поликлиниканың бөтә кабинеттарына оҙата бара. Шулай уҡ ҡаттар буйлап хәрәкәт итеү уңайлылығы өсөн махсус лифт ҡаралған.

 

 

МХО яугирҙәре диспансеризацияны сиратһыҙ үтә
МХО яугирҙәре диспансеризацияны сиратһыҙ үтә
МХО яугирҙәре диспансеризацияны сиратһыҙ үтә
Автор:Татьяна Зайнуллина
Читайте нас: