Башҡортостан депутаттары закон проекты әҙерләне. Уға ярашлы, электр самокат, гироскутер һәм моно тәгәрмәстәрҙә сәғәтенә 10 километрҙан артыҡ ҡыуырға ярамай. Бынан тыш, 14 йәшкәсә балалар бындай мобиль транспортта йөрөй алмай. Законды боҙоусыларға 2 мең һумғаса штраф һалына, тип хәбәр итә Башньюс