-4 °С
Болотло
«Былтырғы кеүек, ауырыуҙарҙың күбәйеүе Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм башҡа ҙур ҡалаларҙан башлана, – тине Анна Казак. – Отпуск миҙгелен, мәктәп каникулдарын һәм карантин сараларының бер аҙ йомшарыуын иҫәпкә алып коронавирус инфекцияһының таралыу хәүефе күпкә арта».
«Өҫтәмә рәүештә коронавирус йоҡторғандар өсөн 250 койка асабыҙ, сиратта – республика дауаханаларында йәнә 250 урын, – тине Максим Забелин. – Табиптар йәнә бөтә көстәрҙе туплай».
«Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә, Санкт-Петербургта сирлеләр һәм мәрхүмдәр һанының артыуы эпидемияның тамамланмауы тураһында һөйләй, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ бөтә санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлек сараларын үтәргә, йәмәғәт транспортында, магазинда, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа битлек кейергә, социаль аралыҡты һаҡларға тейешбеҙ. Ләкин быларҙың барыһы ла – пассив һаҡланыу саралары. Пандемияны еңеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы – вакцинация».