Электрсамокатта 14 йәштән өлкәндәргә генә йөрөргә рөхсәт ителәсәк, кесерәктәр иһә, ата-әсәләре күҙәтеүе аҫтында парк биләмәләрендә генә руль артына ултырасаҡ. Самокаты бер генә кеше атлана ала һәм ул хәүефһеҙлек шлемы кейә. Төнөн электрсамокат йөрөтөүсе йыраҡтан күренеп торған яҡтыртыу ҡайтарыусы жилетта булырға бурыслы. Закон көсөнә инһә, уны үтәмәүселәргә 1000-2000 һум штраф ҡаралған.
Электрсамокаттарҙың һаны артыу менән, уларға бәйле хәл-ваҡиғалар ҙа йыш теркәлә башланы. Быға бәйле, күбәйә барған транспорт төрөнөң хәрәкәтен законлы рәүештә көйләү мәсьәләһе көн талабы булып тора.