Республика ҡунаҡтары һәм тамашасылар өсөн башҡорт халҡының бай мәҙәни мираҫы, эпостары менән таныштырған ҡыҫҡа программа тәҡдим ителә. Тантана Роберт Юлдашевтың һәм «Ҡурайсы» төркөмөнөң концерты менән тамамлана.
Әлеге ваҡытта был – башҡорт халҡының эпик әҫәрҙәренә берҙән-бер һәйкәл. Эпоста һүрәтләнгәнсә, толпар көмөшкә буялған, ҡеүәтле ҡанатлы, булат ҡылыслы. Һәйкәл Силәбе өлкәһенең Кәҫле заводында ҡойолған. Авторы — танылған башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошов. Һәйкәлдең бейеклеге биш, аттың бейеклеге – 3,5 метр.