+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хобби ғына түгел, йәшәү рәүеше

-Организмыбыҙ беҙгә ҡасан физик көсөргәнеш кәрәк, ә ҡасан быны кисектереү зарур булыуын үҙе яҡшы белә. Үҙ-үҙеңә ҡолаҡ һалырға, гармонияны боҙмаҫҡа кәрәк,- тигән мөһим кәңәш бирҙе беҙҙең менән сәләмәт тормош рәүеше хаҡындағы әңгәмәбеҙ барышында Гүзәл Насирова.

Был мөләйем, алсаҡ ҡатынды күптән беләм, ул һәр саҡ физик формала, тышҡы ҡиәфәтенә ҙур иғтибар бирә. Ул үҙенең спорт тормошо хаҡында бәйән итте.

-Спорт мауығыуҙарыбыҙ арҡаһында райондың йыйылма командаһындағы ҡатын-ҡыҙҙар менән яҡындан дуҫлашып киттек. Үҙебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар спорт клубын ойошторҙоҡ, тиһәң дә була. Унда минән тыш, Лена Шәрипова, Полина Никифорова, Наталия Анчина, Настя Батманова инә. Беҙ көҙҙән ҡатын-ҡыҙҙар фестивале алдынан физкультура-һауыҡтырыу комплексына барабыҙ, ҡышын саңғыла сығабыҙ. Йәйен дә еңел атлетика менән шөғөлләнеүгә ваҡыт табырға тырышабыҙ, -тине ул әңгәмәләшкәндә.

“Спорт менән шулай мауығыуығыҙ ҡайҙан килә?”-тигән һорауыма ул:

-Мин мәктәптә үк физкультура дәрестәрен яраттым. Ул саҡта беҙҙе Ғәлинур Тәлғәт улы Рамаҙанов уҡытты. Ул беҙҙе төрлө ярыштарға йыш алып бара ине, даими тренировкалар үтә торғайныҡ. Районда беҙҙең көнәркәштәрбеҙ- динестәр булды. Әле волейболсыларҙың уйынына ҡарайым да, киләсәк өсөн борсолам. Беҙҙең заманда командалар матур, техник уйындар күрһәтә ине. Әле спортсыларҙың әҙерлек кимәле күпкә түбән. Бәлки, тренерҙары һәм уҡытыусылары тейешенсә эшләмәйҙер, әллә энтузиастар ҡалмағанмы. Мәктәптән һуң мин Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы физкультура техникумын тамамланым һәм 10 йыл уҡыусыларға өҫтәмә белем биреү системаһында эшләнем.

Гүзәлдең фекеренсә, балаларҙы кесе йәштән үк спорт менән мауыҡтырырға кәрәк.

-Улым Алмазды спорт залына тренировкаларға даими алып барам. Ул шулай уҡ ырғымыстан яҡшы һикерә, туп менән шөғөлләнәнә. Әле уға алты йәш, ул саңғыла ныҡлы баҫып тора. Киләсәктә шуларҙың барыһы ла уға кәрәгер, тип уйлайым,- ти ҡатын.

Гүзәл күптән инде педагог та, тренер ҙа булып эшләмәй (район ветеринария станцияһында- бухгалтер), спортҡа ҡарата һөйөүе һүрелмәгән. Ҡайһы саҡта йәнә спорт залына, уҡыусыларына ҡайтҡыһы килә. Спорттың уның тормошоноң бер өлөшө булыуы хаҡында уның төрлө район һәм республика ярыштарында, район һәм ветеринария станцияһының йыйылма командаларында ҡатнашып, уңыштар яулауы һөйләп тора.

Читайте нас: