Рәсәйҙә инсульт үлемгә килтереүсе ауырыуҙар структураһында икенсе урында һәм илебеҙ халҡының инвалидлығында төп фактор булып тора. Әле был ауырыуҙың “йәшәреүе” күҙәтелә.
Инсульттың төп хәүеф факторы булып артериаль баҫымдың күтәрелеүе һәм холестериндың артыуы тора. Алкоголь ҡулланыу, бер һүҙһеҙ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының, шул уҡ иҫәптән инсульттың артыуына килтерә.
Тәмәке тартыу һәм инсульт араһында ла бәйләнеш ҙур. Шулай уҡ- гиподинамия. Кешегә көнөнә 30 минут булһа ла физик көсөргәнеш кәрәк.
Хәүеф иҫәбенә шәкәр диабеты, хроник стресс һәм ыңғай эмоцияларҙың етмәүе инә.
Көйләнмәгән факторҙарға беренсе сиратта кешенең йәше инә. 20 йәштән һуң һәр йәшәгән ун йыл мейенең ҡан тамырҙары патологияһын арттыра. Инсульт йәшәреүгә ҡарамаҫтан, күпселектә ул өлкән йәштәгеләрҙе аяҡтан йыға.
Фёдоровка районында былтыр инсульт менән дауаханаға 49 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙан алты ир һәм биш ҡатын эшкә һәләтле йәштә. Күпселектә был ауырыу өлкән йәштәгеләрҙә осрай. Шулай, былтыр инсульт симптомдары менән 24 ир һәм 14 ҡатын мөрәжәғәт иткән.
2017 йылдың 9 айы эсендә ауырыуҙар һаны 27 кеше тәшкил иткән. Мөрәжәғәт итеүселәр араһында әлегә ҡатындар булмаған.
Эшкә һәләтле йәштән өлкәнерәктәр араһында 16 ир һәм 9 ҡатын ауырыған.