Валентина Кузьминаның тормошто яратыуына, көс-дәртенә һоҡланырлыҡ һәм көнләшерлек.
Ул күптән хаҡлы ялда. Әммә, сәләмәт йәшәү рәүеше һәм әүҙем тормош алып барыу өсөн йәше уға бер ҙә ҡамасауламай. Киреһенсә, уның күңеленә хуш килгән шөғөлдәре менән мауығыр сағы еткән. Был аралашыусан һәм һәр көнгә ҡыуанып йәшәгән ҡатынды пенсионер тип әйтергә лә тел бармай. Ул әле булһа Үрге Алаштан уҡыусыларына математика өйрәтә. Өҫтәүенә, селтәрле маркетинг менән шөғөлләнә. Эшен алып барған офиста бүлмә сәскәләре өсөн бер мөйөш бүлгән. Ҡайһы бер сәскәләрҙе өйөнән алып килгән, башҡаларын таныштары менән алмашҡан. Әхирәттәре һатыуға ҡуйған декоратив үҫемлектәр ҙә бар унда.
Валентина Трофимовна күптәргә шахмат турнирҙарында даими ҡатнашыусы булараҡ таныш. Спортсы был төр ярыштарҙың береһен дә ҡалдырмаҫҡа тырыша.
Көндәлек мәшәҡәттәр араһында геройыбыҙ физик сәләмәтлегенә ҙур иғтибар бирә. Иртә яҙҙан көҙ аҙағына тиклем ул велосипедта йөрөй.
-Велосипедҡа ултырыуыма бишенсе йыл китте. Элек Фёдоровкала велосипедта йөрөүселәр күп түгел ине. Хәҙер был ике тәгәрмәсле транспортты күптәр хуп күрә. Уңайлы ла инде,- ти ул.
Ҡышын саңғыла йөрөй. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр саҡ хәрәкәттә. Иртәләрен ул Тибет гимнастикаһынан башлай. Уның үҙ сәләмәтлек сере бар. Валентина Трофимовна һыуҙы күп эсергә кәрәк ти, крандан ағыҙып түгел, ә ионлаштырылғанды һәм гел хәрәкәттә булырға кәңәш итә.