+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлекте һаҡлау
3 Август 2018, 11:22

Иртәнге зарядка көн оҙонона рух күтәренкелеге бирә

Кемдер ваҡытты бушҡа әрәм итеү тип, зарядка эшләмәй. Уяныу өсөн бер шәшке ҡәһүә лә етә, тиеүселәр бар. Әммә был эсемлектең составында кофеин бар, уны файҙалы тип әйтеп булмай. Ә физзарядканың файҙаһы тураһында бәхәсләшәһе түгел.

Алсаҡ, изгелекле, ярҙамсыл, әүҙем кешеләр, тормошто яратыусы Иван Кузьмич менән Антонина Михайловна сәләмәт тормош рәүеше яҡлылар (ҡатынға-66, иргә-67 йәш). Ир “Энергосбыт” йәмғиәтендә- водитель, ҡатыны Фёдоровка “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән.

Эшләгән саҡтарынан бирле Гераськиндар ғаиләһе сәләмәтлектәрен ҡарап торған. Спорт- уларҙың иң яҡшы дауаһы. Машиналары булһа ла, йәйәү йөрөүгә өҫтөнлөк бирәләр.

Иртәләрен мотлаҡ зарядканан башлайҙар. “Иртүк велосипедта йөрөүгә ни етә”,- ти йылмайып Иван Кузьмич. Һәр көн ул өйөнән Салауат ГСМ-ына тиклем тәгәрмәс әйләндерә, урманда туҡтап күнекмәләр эшләй, ҡайтыуына ҡатыны иртәнге аш әҙерләп көтөп тора. Ҡатын да зарядка эшләргә өндәй, ул саҡта иммунитет күтәрелә, ОРВИ эләкмәй, кәйеф, рух күтәренкелеге алырһығыҙ, тигән фекерҙә.

Ҡыҙҙары менән улдары үҙ ғаиләләре менән айырым йәшәйҙәр. Хәҙер инде дүрт ейәндәре бар. Уларға Иван Кузьмич менән Антонина Михайловна ҡыуанып бөтә алмай. Улар балаларына йорт төҙөргә ярҙам итә, йәшелсә, өйрәк, тауыҡтар, сусҡалар үҫтерә. Ышаныслы дуҫтары Рекс өйҙәрен һаҡлай. Бер һүҙ менән әйткәндә, саф һауала, ауыл тормошонан кинәнеп йәшәйҙәр.


Олеся БУРКИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: