-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлекте һаҡлау
11 Сентябрь 2018, 11:22

Пациенттарҙың уңайлығы өсөн

Дауахана өсөн лифттың әһәмиәтлелеген аңлатып бөтөрлөк түгел, сөнки ҡаты ауырыусыларҙы баҫҡыстар буйынса өҫкө ҡаттарға алып менеүе бик ауыр. Мөмкинлектәре сикләнгән пациенттар ҙа 2-се, 3-сө ҡаттарға табиптарға барғанда ауырлыҡ кисерә.

Хәҙер өлкәндәргә һәм әҙ хәрәкәтсән граждандарға район үҙәк дауаханаһына барғанда ҡыйынлыҡ тыумаясаҡ. “Уңайлы мөхит” федераль программаһы арҡаһында социаль әһәмиәтле бинала 800 кг-ғаса йөк күтәрә алырлыҡ пассажирҙар лифты сафҡа индерелгән.

Медицина коллективын был мөһим ваҡиға менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эдуард Сәлишев йылы ҡотланы. Лифттың оҙаҡ йылдар эшләүен, киләсәктә лә дауаханабыҙҙың халыҡты сифатлы хеҙмәтләндереү өсөн заманса йыһаз менән байытылыуын теләне.

Дауахананың баш табибы Руслан Хәбибуллин бинала лифттың элек тә булыуын иҫкә төшөрҙө, әммә етмешенсе йылдарҙа ул сафтан сыҡҡан. Медицина учреждениеһы өсөн мөһим булған был йыһазды тергеҙергә ҡарар ителде. “Уңайлы мөхит” программаһы буйынса лифтты ремонтлау өсөн аҡса өлөшләтә күсерелде, һөҙөмтәлә уйланғанды бойомға ашырыу мөмкин булды. Баш табип төҙөк булһын һәм файҙа килтерһен өсөн лифтҡа һаҡсыл ҡарашта булырға саҡырҙы. Символик таҫманы киҫкәндән һуң, теләге булғандар бинаның өҫкө ҡаттарына яңы лифтта менеү мөмкинлегенә эйә булды.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.


Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: