Фёдоровка 2-се мәктәбенең 11а синыфы уҡыусыһы Андрей Сорокинды көрәш, самбо, футбол, хоккей уйындары йәлеп итә. Ҡайҙан ваҡыт еткерәлер, аптырарлыҡ. Уҡыуға ла күп ваҡыт һәм көс кәрәк бит. Ул 10 йыл буйы яҡшылар иҫәбендә, тикшереү эштәре конурстарында беренсе урындар ала, “Юнармия” йәштәр хәрәкәте ағзаһы булып тора.
Ата-әсәһе Евгений Владимирович менән Ольга Владимировна улдарының бөтә башланғыстарында ла терәк булып торалар. Спортҡа һөйөү Андрейға күп йылдар кикбоксинг, футбол, хоккей менән шөғөлләнгән атаһынан күскән. Андрей һеңлеһе Лиза менән ҡустыһы Максимға өлгө булып тора. Энергияһы ташып торған спортсы, көслө ул һәм ағай ҙа ул.
Йәш спортсының уңыштары ла етерлек. Республика, район ярыштарында гел призлы урындар яулай. Биш йыл дауамында шөғөлләнгән самбо буйынса үҙенең ауырлыҡ категорияһында ул- район чемпионы. Тренировкаларға теләп йөрөй, яуаплы ҡарашта. Спортты яҡшы шөғөл тип кенә һанамай, физик көстө, холоҡто нығыта, ти. Спорт ныҡышмалы булырға, бирешмәҫкә өйрәтә, ынтылыштарыңда яңғыҙ булмауыңды аңлау мөмкинлеген бирә. Тиҙ арала уңыштарға ирешеп булмай, әммә тырышлыҡ менән барыһын да еңеп була, ти ул.
Әле уның өсөн иң мөһиме - БДИ яҡшы тапшырыу һәм юғары уҡыу йортона уҡырға инеү, уның теләге- химия фәндәре тармағында белгес булыу.
Андрей һымаҡ спортта ғына түгел, уҡыуҙа ла әүҙем йәштәрҙең күберәк булыуын теләр инек. Уға бөтә ерҙә лә уңыштар теләйбеҙ.