Киҫкен респираторлы-вируслы инфекциялар осрағында ауырыу кеше, йәки вирусты йөрөтөүсе инфекция сығанағы була. Инфекция һөйләшкәндә, йүткергәндә, сөскөргәндә һәм тын алғанда һауа –тын юлы аша йоға. Киҫкен респираторлы –вируслы инфекцияларға ҡыҫҡа инкубацион осор һыҙатлы. Ауырыу йоҡҡандан алып клиник билдәләр барлыҡҡа килгәнсе 12-48 сәғәт үтә.
Ауырыу нисек беленә? Киҙеү тәүге тәүлектәрҙә интоксикацияланыу билдәләре менән киҫкен башланып китә: юғары температура (38-40), көслө баш ауыртыуы, һөйәктәр, быуын һыҙлауы, хәлһеҙлек,арығанлыҡ.Ауырыуҙың 2-3 тәүлегенә генә тымау, ҡоро йүткереү барлыҡҡа килә. Киҙеү менән ауырыусы үҙен ныҡ насар тоя һәм шунлыҡтан 3–7 көн дауамында түшәктә ҡалырға мәжбүр.
Киҙеү нимә менән ҡурҡыныс?Өҙлөгөү сифатында пневмония, отит үҫеше; йөрәк –ҡан тамырҙары һәм үҙәк нервы системалары зарарланыуы; бәләкәй балаларҙа –тамаҡ шешеүе мөмкин. Киҙеү организмдың һаҡланыу көстәрен хәлһеҙләндерә. Айырыуса ул бәләкәй балаларға һәм өлкән йәштәге кешеләргә ҡурҡыныс.
Киҙеүҙе профилатикалауҙың дөйөм һәм специфик ысулдары бар.Специфик профилактика – вакцинопрофилактика. Тимәк, прививка кампанияһында был сараға етди иғтибар бирергә кәрәк. Дөйөм профилактика һәм киҙеүҙе дауалау тураһында һөйләгәндә, күп ысулдар билдәле, тик кешеләр генә улар тураһында онота. ВОЗ кәңәштәренә яраҡлы рәүештә йыл һайын вакциналар яңыра.
Организмдың ныҡлығын күтәреү өсөн специфик булмаған иҫкәртеү (профилактика) сифатында А, С, В төркөмө витаминдары; үҫемлек препараттары: элеуторококк һығымсаһы (экстракты), аралия һәм женьшень төнәтмәһе кеүек медикоментоз сараларҙы ҡулланырға мөмкин.Киҙеү һәм киҫкен респираторлы –вируслы инфекцияға ҡаршы көрәштә -елләтеү, бүлмәләрҙе таҙа тотоу, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү кеүек дөйөм гигиена саралары ҙур роль уйнай. Ауырыуҙың юғары осоронда күп кеше йыйылған сараларға бармаҫҡа тәҡдим ителә.Әгәр өйөгөҙҙә киҙеү менән ауырыусы барлыҡҡа килһә:ауырыуҙы башҡаларҙан айырым бүлмәлә урынлаштырырға; сәләмәт булмаған, юғары температуралы, йүткергән кешеләр менән яҡын аралашмаҫҡа, ҡулдарҙы ныҡлап һабын менән йыуырға, сәләмәт тормош рәүеше алып барырға, йоҡоно туйҙырырға, сәләмәт ризыҡ ашарға, физик әүҙемлекте арттырырға кәрәк.
Үҙәк район дауаханаһына грипҡа ҡаршы урындағы бюджет иҫәбенә вакциналар ҡайтарыла башланы. Тәүге сиратта был осраҡта хәүефле төркөмгә ингән балаларға, өлкән йәштәгеләргә, медицина, хеҙмәтләндереү һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренә һәм хроник ауырыулы кешеләргә прививка эшләтергә кәрәк. Башҡа кешеләрҙе ойошмалар һәм предприятиелар иҫәбенә вакцинациялау ҡаралған.
Вакцинацияны тейешле шарттар булдырылған райондың медицина учреждениеларында йәиһә күсмә бригадаларҙа үтергә мөмкин.
Был нормаль медицина процедураһы үткәрелеүгә аңлап ҡарарға кәрәк. Сөнки күптәргә бәләкәйҙән төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан привикалар эшләнгән. Вакцинация эшләтеүгә ҡаршы килеүселәр әлеге мәлдә сәләмәт булған кешеләрҙең уны еңел кисереүен онтомаҫҡа тейеш. Ҡайһы берәүҙәр прививка эшләтһәм дә ауырыным, тиҙәр. Был нормаль күренеш, иң мөһиме - сирҙе өҙлөгөүҙәрһеҙ үткәргәндәр, йыл да прививка эшләткән кешелә гриптың башҡа штамдарына ҡаршы иммунитет булдырыла, ул һаҡланған, булып сыға.
Үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла һаҡлағыҙ! Прививка эшләтегеҙ!
Федоровка район дауаханаһы