+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлекте һаҡлау
9 Октябрь 2018, 11:21

Тешләнгәнһегеҙ икән- дауаханаға ашығығыҙ

Нервы системаһын зарарлаусы вирус һөҙөмтәһендә организмдың киҫкен инфекция менән зарарланыуы кешеләрҙең һәм хайуандарҙың үлеү осрағына килтерә, был- ҡотороу сире.

Ҡотороу сиренең төп сығанаҡтары булып ҡырағай хайуандар тора: бүреләр, төлкөләр, сүл бүреләре, ярҡанаттар, кимереүселәр. Уларҙың тешләүенән йорт һәм ауыл хужалығы хайуандары зарарлана.

Әгәр эт, бесәй йәиһә ит ашаусы хайуан тешләгән икән, кисекмәҫтән яраны һабынлап йыуырға, унан водород перекисы менән эшкәртергә һәм травма пунктына барырға кәрәк. Табипҡа тиҙ арала мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Вирус менән зарарланғандан һуң тиҙ арала вакцина эшләтеү сирҙең артабанғы үҫешен туҡтата.

Ауырыуҙың ҡайһы бер билдәләре: тешләнгән урын ҡысый, ауырта башлай. Сирле кеше төрлө тауыштарға тиҙ ярһыусан була башлай, сәбәпһеҙ ҡурҡыу, хүефләнеү, насар уйҙар барлыҡҡа килә, йоҡоһо ҡаса, шыйыҡса йотоуы ла ауырлаша, һыу эскәндә ҡорошҡаҡ тота.

Тешләнгәндән йәиһә һеләгәйе эләккәндән һуң вакцина 14 көндән дә һуңламай, иң яҡшыһы 48 сәғәт эсендә эшләнһә, һөҙөмтәле буласаҡ. Кешене тешләгән этте йәиһә бесәйҙе үлтерергә ярамай. Был хайуанды ветеринария хеҙмәте 10 көнлөк клиник контролгә ҡуя. 10 көн эсендә эт йәиһә бесәй үлмәһә, унан ҡотороу сире билдәләре булмағанда ғына вакцина яһау туҡтатыла.

Яра тәрәнлегенән, йәйелгәнлегенән һәм башҡа параметрҙарҙан сығып, табип профилактика ысулын хәл итә. Иң ябай осраҡта пассив иммунизациялау була. Иммуноглобулинды һәм сыворотканы бер тапҡыр ғына индерәләр. Хәҙерге ваҡытта ҡулланылған вакцианаларҙы алты мәртәбә- табипҡа мөрәжәғәт иткән көндә (0 көн) унан 3,7, 14, 30 һәм 90 –сы көндә лә яһайҙар. Йөклөлөк вакцина яһауға ҡаршылыҡ булып тормай.

Вакцина яһағандан һуң өҙлөгөүҙәрҙе булдырмау һәм тейешле иммунитет булдырыу өсөн вакциналау курсы дауамында һәм ул тамамлағандан алып 6 ай эсендә спиртлы эсемлектәр ҡулланыу тыйыла. Вакциналау ваҡытында сирле кеше сиктән тыш арыуҙан, һалҡын тейеүҙән һәм ҡояшҡа сығыуҙан һаҡланырға тейеш.


Р. ИШМӨХӘМӘТОВ, үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлексәһе мөдире.
Читайте нас: