+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлекте һаҡлау
19 Октябрь 2018, 12:40

Физкультура һәм спорт - сәләмәтлек һәм матурлыҡ сығанағы

Тормошта оптимист, көслө рухлы, тырыш был ир Юрматы ауылында йәшәй. Ринат Йәүҙәт улы Тимербулатовҡа бер нисек тә 63 йәш биреп булмай. Спортсылар араһында ул районда еңеүҙәре менән таныш.

Ул малай сағынан, мәктәптә уҡығанда уҡ спорт менән мауыға башлаған. Күп төрлө көрәш, еңел атлетика, гер спорты, дартс- ул шөғөлләнгән спорт төрҙәренең барыһы ла түгел әле.

Хеҙмәт юлын мәктәптә физкультура һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы булып башлаған. Һуңғы 18 йылын Юрматы мәктәбе директоры булған.

Ҡатыны Рәсимә Исмәғил ҡыҙының терәк- таянысы. Өс балаға ғүмер биреп, намыҫлы тәрбиә биргәндәр. Алик менән Әлиә ғаиләләре менән Стәрлетамаҡта йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкән ҡыҙҙары Альбина эргәләрендә юҡ инде. Ейәнсәрҙәре Алина олатаһын-өләсәһен ҡыуандырып үҫеп килә, волейбол, баскетбол, еңел атлетика буйынса уңыштары менән шатландыра. Олатаһы уға бөтә яҡлап та өлгө булып тора.

Ринат Йәүҙәт улының пенсияға сығыуына 1 йыл. Әммә ял итергә күнекмәгән кеше саңғы, гер спорты, армспорт, оҙонлоҡҡа һикереүҙә, баскетбол тубын кәрзингә ырғытыуҙа, ир-егеттәр фестивалендә, атыу буйынса район ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Өҫтәлдә Спорт яратыусы ғаиләнең миҙалдары, грамоталары күп. Йыл да ул пенсионерҙар спартакиадаһында ҡатнаша. Өҫтәүенә, матур итеп гармунда уйнай, умартасылыҡ менән шөғөлләнә.

Тормош иптәше лә иренән ҡалышмай. Был ғаиләлә иртә зарядканан башлана. Икәүләп велосипедта йөрөйҙәр, скандинав йөрөүе менән дә атларға яраталар. Быуындар һыҙлағанда улар велосипедта йөрөргә кәңәш итә.

Тәжрибәле спортсы Ринат Йәүҙәт улы сәләмәт тормош рәүеше алып барыу, физкультура менән шөғөлләнеү өсөн бер ҡасан да һуң түгел, ти. Улар һымаҡ спорт яратыусы кешеләрҙең булыуы ҡыуаныслы.

Оксана БУРКИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: