Аҡ халаты килешә лә, асылына ла тап киләХеҙмәт юлын ул район дауаханаһының ашығыс ярҙам бүлексәһендә башлап ебәргән- ысынында улар ауырыуға тәүге шылтыратыу менән ашығалар, көн, төн тип тормайҙар. Ваҡытында ярҙам күрһәтеп, дауаханаға килтереп, һауығып, яҡҡа баҫтырылғандар- уларҙың хеҙмәт уңышы. Кемгәлер ярҙам итеп булмаған саҡта баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙе, уларҙың туғандарын йәлләү- барыһы ла уларҙың хис- тойғолары, йөрәге аша үтә, нишләйһең бит, эштәре шундай.Фёдоровкала тыуған ҡыҙ Салауат медучилищеһының дауалау бүлеген тамамлап, тыуған ауылына ҡайтып, ашығыс ярҙам бүлексәһендә диспетчер булып эшләй башлай. Хәлде аныҡ билдәләү, көсөргәнешле хәлдә ҡалған ауырыуыҙар менән һөйләшә белеү, тынысландырыу һәм кәрәкле мәғлүмәт алыу оҫталығын иҫбатлағандан һуң, бер йылдан ул ошонда фельдшер булып күсерелә.Шунан бирле сменалап эшләй- йоҡоһоҙ төндәр йәиһә шундай уҡ көндәр- ауырыуға барып ҡан баҫымын үлсәй, тән температураһын тикшерә, уның менән, туғандары менән эскерһеҙ һөйләшә, ауырыуға укол яһай, тынысландыра, был сирленең хәлен еңеләйтә. Йылы һүҙ йән аҙығы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Ауырыуҙың хәле еңеләйгәс, икенсе саҡырыуға ашыға. Сирленең хәле насарыраҡ булһа, уны дауаханаға алып килеп, дежур табипҡа тапшыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешенең критик хәлендә -инфаркт, инсульт, травмалар булғанда ярҙам итеү мөһим- һәр минут ҡәҙерле, реанимацияға Салауат йәиһә Күмертау ҡалаларына илтергә кәрәк. Хәҙер инде яҡшы йыһазландырылған реанимобилдәр бар, шуныһы ҡыуаныслы. Ауырыуға беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн унда бөтә шарттар ҙа булдырылған.-Өс реанимобиль тулыһынса әҙерләнеп ҡайтартылды, дүртенсеһен дауаханала комплектланыҡ, ул да бөтә талаптарға яуап бирә, -ти үҙәк район дауаханаһының ашығыс ярҙам бүлексәһе өлкән фельдшеры Ольга Сергеева, ул былтыр был вазифаға тәғәйенләнгән.- Ваҡыт тиҙлек менән үҙгәрә тора, медицина ла, техник шарттар ҙа, технологиялар ҙа ысынында үҫешә. Алты йыл элек инсульт, инфаркт кисергән ауырыуҙарҙы ҡуҙғатмаҫҡа, тулыһынса тыныслыҡта ҡалдырырға тырыша инек, табип килеп урында дауалау билдәләй ине. Ә хәҙер беҙ уларҙы юғары технологиялы ярҙам күрһәтеү үҙәктәренә илтәбеҙ. Был хаҡ та, ваҡытында илтелгән ауырыуҙарҙың тулыһынса һауыҡҡан осраҡтары күп.Бер хәл уның хәтерендә һаҡланған: 40 йәштәр тирәһендәге йәш ир Федоровкала баҡсаһында эшләп йөрөгәндә йығылған- ҙур инфаркт, Күмертауға барып еткәнсе ыҙыланған- ике балаһын кемгә ҡалдыра, ҡатын яңғыҙы еңеп сыға алмаясаҡ бит... “Белгегеҙ килһә, өлгөрҙөк, дауалағандан һуң УЗИ һөҙөмтәләре тулыһынса һауығыуын күрһәтте, йөйҙәре лә ҡалмаған хатта!”Ольга борсолоп, бындай ауырыуҙарҙың “йәшәргәндән-йәшәреүен» билдәләне, 30 йәшлектәрҙә инфаркт, инсульт йыш осрай. Әҙ хәрәкәтле тормош рәүеше, тәмәке тартыу, дөрөҫ туҡланмау шуға килтерә, тип иҫәпләй ул. «Шул уҡ ваҡытта спорт ярыштарында дежур торғанда, спорт менән дуҫлашыусы үҫмерҙәрҙең, йәштәрҙең артыуы ҡыуандыра»,- тип өҫтәй ул.
Үҙе һәр саҡ хәрәкәттә булғас, мобилле тормош рәүеше алып барғанға, һомғол кәүҙәле, ире Сергей менән төҙөп ингән ҙур йортта уңған хужабикә лә. Ире билдәле эшҡыуар, мебель яһай, татыулыҡта ике ул үҫтерәләр.
Ашығыс ярҙам хеҙмәткәре бурыстарынан тыш, Ольга Николаевна һигеҙ кешенән торған фельдшерҙар, диспетчерҙар коллективын да етәкләй. Йәш кадрҙарҙы һөнәренең нескәлектәренә өйрәтә, контрольдә тотороға тырыша. Әйткәндәй, ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыт юҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был һөнәр кешеләренә был һүҙҙе ҡулланыу мөмкин түгел!