+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан Республикаһы территорияһында “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә

Бындай күләмле акция Башҡортостанда беренсе тапҡыр үткәрелә. Ул республиканың ауыл халҡына медицина ярҙамы ала алыу мөмкинлеген арттырыуға, бар халыҡҡа диспансеризация үткәреүгә йүнәлтелгән.

Бындай күләмле акция Башҡортостанда беренсе тапҡыр үткәрелә. Ул республиканың ауыл халҡына медицина ярҙамы ала алыу мөмкинлеген арттырыуға, бар халыҡҡа диспансеризация үткәреүгә йүнәлтелгән.
Республика буйлап бер юлы 22 күсмә медицина модуле – Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет маршруттары буйынса юлға сыҡҡан биш автопоезд эшләй. Улар араһында Сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАПтар, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, Г.Г. Ҡыуатов исемендәге Республика клиника дауаханаһының һәм Республика кардиология үҙәгенең күсмә диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле бар.Акция барышында 24 меңдән ашыу кеше тикшерелде, уларҙың 370-е маммография һәм 7 меңдән ашыуы – флюорография үтте.60-тан ашыу социаль-мөһим сир асыҡланды. Улар араһында яман шештең 10 осрағы, шәкәр диабетының 17 осрағы, юғары артериаль баҫымдың 23 осрағы, туберкулездың ике осрағы, киҫкен миокард инфарктының бер осрағы. Уларҙың бер өлөшө ҡабаттан тикшереүгә һәм артабан дауаланыуға, бер өлөшө – стационар дауаланыуға йүнәлтелде. Тәүге тапҡыр аыҡланған шәкәр диабетының иң күп осрағы Нефтекама маршрутында (12 кеше), яман шештең (6 кеше) – Октябрьский маршрутында, артериаль ҡан баҫымы күтәрелеүҙең (14 кеше) – Стәрлетамаҡ маршрутында. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы 2019 йылдың 10 октябренә тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас: