Интернеттан, киң мәғлүмәт сараларынан үҙенсәлекле, ғәҙәти булмаған кешеләр хаҡында ишетеп-күреп һоҡланабыҙ. Шул уҡ ваҡытта шундай кешеләрҙең эргәбеҙҙә йәшәүен уйламайбыҙ, ә улар беҙҙең замандаштар, ауылдаштар, күршеләр.
Төрлө яҡлап талантлы, спорт яратыусы, аҡыллы, ҡыҙыҡлы кеше, үҙәк район дауаханаһы табибы Анатолий Квасов менән әңгәмәләшәбеҙ.
Районда билдәле юрист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының улы мәктәпте тамамлағандан һуң, табип һөнәрен һайлаған һәм Башҡорт дәүләт медицина институтына (әле университет) уҡырға ингән, уны 1974 йылда педиатрия белгеслеге буйынса тамамлаған. Эшкә тыуған районына ҡайтҡан, бер нисә йыл белгеслеген район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары вазифаһы менән бергә алып барған. 1979 йылда йәш табиптар ғаиләһе Күмертау ҡалаһына күсенгән. Бында Анатолий Борисович - участка педиатры, шунан бер нисә йыл Күмертау ҡала дауаханаһында бүлексә мөдире, ҡала дауаханаһы подразделениеларының баш табибы булған. 1998 йылда ғаилә хәлдәре буйынса улар йәнә Фёдоровкаға ҡайтҡан. Бында мохтажлыҡ буйынса табиптың фтизиатр белгеслегенә ҡайтанан квалификация алыуын һорағандар һәм Квасов ризалашҡан, кәрәк урында эшләргә тырышҡан. Эйе, 1990 йылдарҙа илдәге үҙгәрештәр арҡаһында туберкулез ауырыуы көсәйгән.
Үҙе уҡыған институтта ҡайтанан белем алған. Хәҙер 43 йыл дөйөм стажының 20 йылын фтизиатр булып эшләй. Өҫтәүенә, үҙебеҙҙә генә түгел, Стәрлебаш, Миәкә райондарында ла график буйынса ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Табип-фтизиатр даими рәүештә Өфөгә барып квалификацияһын күтәрә, был белгеслек буйынса ғына түгел, медицина эшмәкәрлеге буйынса бер нисә тапҡыр Мәскәү, Ленинград, Киров ҡалаларында уҡып, белемен киңәйткән.
Табип, әлбиттә, юғары категориялы. Район дауаханаһы етәкселеге Анатолий Квасовты яҡшы хеҙмәткәр, грамоталы, талапсан, яуаплы белгес тип ҡылыҡһырлай. Эшенә тап килгән бөтә теория һәм практика белемдәренә эйә. Бик әүҙем һәм инициативалы. Туберкулезға ҡаршы кабинет эшендә ул яңы компьютер технологиялары индергән, үҙенсәлекле программа менән тәьмин иткән, диспансер төркөмө һәм махсус контингенттарҙы һәм хәүеф төркөмдәренең компьютер мониторингыһын алып бара. Ул эшләгән дәүерҙә туберкулез буйынса эпидемия күрһәткестәре тотороҡлаштырылған. Уңыштары өсөн БР Сәләмәтлек һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы, “БР Сәләмәтлек һаҡлау отличнигы” знагы менән бүләкләнгән, һөнәрмәнлеге һәм кешелеклеге өсөн коллегалары һәм пациенттары араһында абруй ҡаҙана.
Анатолий Борисовичтың компьютерҙы яҡшы белеүе күренеп тора - ул Күп төрлө көрәш буйынса Республика чемпионатында еңеү яулаған, ошо көндәрҙә Киров ҡалаһында үткән 9-сы Рәсәй Чемпионатында Башҡортостаныбыҙҙың данын яҡлай. Ул Фёдоровка үҙәк район дауаханаһының рәсми сайтын булдырыусы һәм администраторы ла. Ул йәштән йәмәғәт тормошонда “ҡайнаған”, әле булһа спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Ә тауышына килгәндә, уны әллә ҡайҙан танып алалар. Ул легендар “Ҡыҙыл тәреләр” вокаль ансамбле составында сығыш яһай. Квасов волейбол һәм шахматтар буйынса ярыштарҙа район дауаханаһы командаһын етәкләй, әйткәндәй, улар призлы урындар яулай. Ә был даими физик көсөргәнештәрҙән, тренировкаларҙан тыш мөмкин түгел, ул тормошта ҙур ярҙам күрһәтә.
Бындай арҙаҡлы шәхестең заманса медицина, сәләмәт тормош рәүеше хаҡында фекерен белеү ҡыҙыҡлы:
“Мин эшләгән дәүерҙә медицинала үҙгәрештәр күп булды. Яңы технологиялар барлыҡҡа килде, ҙур техник үҙгәрештәр, мөмкинлектәр булды, был хаҡта элек хыяллана ғына ала инек: эштә компьютерҙар, мобилле элемтә саралары, КТ, МРТ, УЗИ, хирург-роботтар, телемедицина һ.б. ҡулланыла. Әммә шуларҙың барыһы ла медициналағы үҙәк фигура- табипты, шәфҡәт туташын алмаштыра алмай. Клиник рәүештә уйлау, мәғлүмәттәрҙе анализлау, алтынсы хис - интуицияны уятыу һәм диагностикалағы, пациенттарҙы дауалағандағы һымаҡ дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү иң мөһиме булып ҡала килә.
Медицинала иң мөһиме эшеңә ҡарата һөйөү, пациенттарға һәм коллегаларыңа ихтирам хисе, белемгә ынтылыу һәм ҡулыңдан килгәнсә ярҙам итеү.
Табип һөнәре кәрәгенсә баһаланмауы үкенесле, эш хаҡы әҙ. Медицина хеҙмәткәре һөнәре абруйын юғалта, ә бит уларға ҙур йөк һалына, көсөргәнеш арта, улар ысынлап та “Хоҙайҙан һуң икенсе” ләр.
Әммә бер нигә лә ҡарамаҫтан, сәләмәт тормош рәүеше алып барырға, сәләмәтлеккә юлды үҙ өлгөбөҙҙә күрһәтергә тырышабыҙ, райондың һәм республиканың спорт, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашабыҙ”.