+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Мөмкинлектәр яҡшы

Эштән ҡәнәғәт булғанда.

Бер нимә лә ҡамасауламағанда, һәр кешегә хеҙмәт бурыстарын, яҡшы, тейешле шарттарҙа башҡарыуы еңелерәк, өҫтәүенә, эшеңә тулыһынса бирелеп эшләһәң. Тимәк, яҡшы белемле, тәжрибәле һөнәрмән булыу ғына талап ителә.

Ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан Покровка ФАП-ында пациенттарҙы ҡабул итеү һәм медиктың эше өсөн ыңғай шарттар булдырылған. Унда рмонт эштәре тамамланып бөтмәгән әле. Әммә медицина бүлмәһе тулыһынса әҙер, эшләүе күңелле. ФАП мөдире Светлана Наумова ваҡыт талаптарына ярашлы итеп йыһазландырылған эш урынын ҡәнәғәтлек менән күрһәтте. Беҙ килгәндә елле һалҡынса көндәр булыуына ҡарамаҫтан, бүлмәлә яҡты һәм йылы. Ҡышын да шулай булды, ти ул. Бөтә эштәр тейешенсә, ҡулланыу өсөн уңайлы, хәүефһеҙ итеп эшләнгән. Тәҙрәләр пластиктан, ишектәр, иҙән яңы. Һыу, канализация үткәрелгән, барыһы ла яҡшы эшләй. Бүлмәләр тәғәйенләнеш буйынса йыһазландырылған, медикаменттар, документация өсөн кәштәләр уңайлы итеп ҡуйылған. Һыуытҡыстар, иҙән һәм балалар өсөн үлсәүҙәр барыһы ла заманса, яңы. Барыһы ла арҙаҡлы яҡташтары Геннадий Казанин ярҙамында булдырылған.

-Үҙәк дауахана ваҡытында кәрәкле ярҙам менән тәьмин итә,- ти Светлана Викторовна.- Беренсел ярҙам күрһәтеү өсөн шприцтар, бинттар, башҡа материалдар бар.

Светлана Викторовна 1992 йылда Өфө медицина техникумын тамамлап, күпмелер ваҡыт белгеслеге буйынса эшләгән, шунан эштән китергә мәжбүр булған. Шуның өсөн Өфөлә квалификацияһын күтәреү курстарын үтергә тура килгән. Әле ауыл ФАП-ында үҙ белгеслеге буйынса эшләй. Участкаһында 303 кеше, Покровка ауылы халҡынан тыш, күрше Ильиновка, Гороховка һәм Иҫке Николаевка ауылдары халҡы ла инә. Уларҙы график буйынса айына ике мәртәбә йөрөп сыға, саҡырыу буйынса пациенттарҙың йорттарына бара. Кәрәгендә ярҙам күрһәтә, табиптарҙың тәҡдиме буйынса дауалау үткәрә, кәрәк икән дауаханаға оҙата бара. Ауыл халҡы диспансерлашыуҙы ваҡытында үтә, участка табиптары ла яҡшы шарттарҙағы ФАП-ҡа пациенттарҙы ҡабул итеүгә теләп килә. Покровкалар өсөн ҡыуанабыҙ, уларҙың мөмкинлектәренә күҙебеҙ ҡыҙа.

Гөлрайхан БАҠЫЕВА.
Читайте нас: