+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Сәләмәтлек” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын һәм күләмен арттырыу планлаштырыла

Радий Хәбиров республика кардиоүҙәгенең хирургия корпусын төҙөүгә старт бирҙе

Өфөлә Республика кардиоүҙәгенең көтөп алынған хирургия корпусын төҙөү башланды. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бинаның нигеҙенә капсула һалды, шунан һуң нигеҙгә бетон һала башланылар. Сара башланыр алдынан республика етәксеһенә төҙөлөш эштәре этаптары тураһында һөйләнеләр. “Фирма СУ-10” подряд ойошмаһы вәкиле Радий Хәбировты быйыл уҡ бинаның коробкаһы әҙер буласағына, унда йылы үткәреләсәгенә, корпустың эсендә эштәр дауам итәсәгенә ышандырҙы. Бинаның үҙен 2020 йылдың аҙағына тапшырырға ниәтләйҙәр. Республика кардиоүҙәге баш табибы Ирина Николаеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, хирургия корпусын төҙөп бөткәс, әлеге бинаның тәүге өс ҡатын реконструкциялау башланасаҡ, ул эштәрҙе 2021 йылға тиклем тамамларға уйлайҙар. Яңы бинаға шулай уҡ поликлиника ла күсәсәк. Контракт шарттары буйынса хирургия корпусын төҙөү 2,62 млрд һумға төшәсәк.Ул диагностика үҙәге булған заманса комплекс буласаҡ. Унда пациенттар өсөн уңайлы булған ике урынлы палаталар буласаҡ. Заманса медицина йыһаздары ҡуйыласаҡ, был республика халҡы, тап беҙҙең кардиоүҙәктә дауаланырға теләгән күрше төбәк кешеләре өсөн операциялар һанын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Бында шулай уҡ спорт майҙансығы, яңы заманса конференц-зал, дауахананың кескәй пациенттары өсөн уйын һәм ял итеү зоналары барлыҡҡа киләсәк.-Быйыл беҙ шулай уҡ ике ҙур поликлиника, 25-кә яҡын ФАП тапшырабыҙ. Туймазыла, Дүртөйлөлә, Языковола яңы дауаханалар төҙөлә. Беҙҙең маҡсат – халҡыбыҙ оҙағыраҡ йәшәһен һәм сәләмәт булһын, - ти Радий Хәбиров.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыбашкортостан
#регпроектыбашкортостан
Читайте нас: