-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда “Сәләмәтлекте һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 3 ФАП һәм 2 балалар поликлиникаһы төҙөлә

Республиканың 33 медицина учреждениеһында “Һаҡсыл поликлиника” проектын тормошҡа ашырыу башланды.

Республиканың 33 медицина учреждениеһында “Һаҡсыл поликлиника” проектын тормошҡа ашырыу башланды. Уның аҫылы – ресурстарҙы, процеста бөтә ҡатнашыусыларҙың ваҡытын һәм нервыларын һаҡлау. Бының өсөн клиенттарҙы ҡабул итеү, табиптар һәм лабораториялар эшенең логикаһы эшләнгән, сәләмәт һәм ауырыу пациенттар төрлө коридорҙарға бүленгән. Килеүселәрҙе ашығыс ярҙам кәрәк булған ауырыуҙарға һәм яҙылыу буйынса планлы тәртиптә килгәндәргә, профилактика прививкаһы артынан һәм “белешмә артынан ғына” килгәндәргә бүләләр. Уларҙы айырыу өсөн холда мәғлүмәт стендтары, информаттар ҡуйылған. Стеналарҙа һәм махсус күрһәткестәрҙә кәрәкле бүлексәләр билдәләнгән. Республика медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн “Росатом” дәүләт корпорацияһы “Һаҡсыл поликлиника ” проект ы буйынса эшләү өсөн 7 уҡытыу семинары үткәрҙе.“Сәләмәтлекте һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 306 дана медицина йыһазы, 20 күсмә ФАП һәм 7 флюорограф килтерелде.Башҡортостандың сәләмәтлекте һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин “Сәләмәтлек сәғәте” форматындағы кәңәшмәлә өс фельдшер-акушерлыҡ пункты, Туймазыла һәм Дүртөйлөлә ике балалар поликлиникаһы, Республика онкодиспансеры хирургия корпусына төкөтмә төҙөлөүен билдәләне. Шулай уҡ Республика балалар клиника дауаханаһы һәм 18 балалар пликлиникаһы һәм бүлексәһе ремонтланасаҡ.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыбашкортостан
#регпроектыбашкортостан
Яңылыҡ сығанағы: http://www.bashinform.ru
Читайте нас: