2019 йылдың тәүге алты айы эсендә Башҡортостан халҡында “Сәләмәтлек поезы” акцияһы сиктәрендә биш меңдән ашыу ауырыу асыҡланған.
БР Сәләмәтлекте һаҡлау министрлығының өлкән йәштәге халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу бүлеге начальнигы Елена Ғәлимуллина докладына ярашлы, йомғаҡтар биш маршрут буйынса тикшереүҙәрҙән һуң яһалған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Сәләмәт республика” акцияһы “Сәләмәтлекте һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә. Әлеге ваҡытта “Сәләмәтлек поезы” беҙҙең районда. Бөгөн ул Бала Сытырман ауылында эшләй, артабан Динес һәм Юрматы ауылдарына юлланасаҡ.