+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда табипҡа яҙылыу өсөн мобиль ҡушымта эшләй башланы

Башҡортостанда Башҡортостан Республикаһының “К-Врачу” Берҙәм медицина порталының рәсми мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы.

Башҡортостанда Башҡортостан Республикаһының “К-Врачу” Берҙәм медицина порталының рәсми мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы. Ул “Сәләмәтлек һаҡлау берҙәм мәғлүмәт системаһы нигеҙендә сәләмәтлек һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә индерелде, тип хәбәр итә Төбәк сәләмәтлек һаҡлау министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте.

Ҡушымта менән теркәүһеҙ файҙаланырға була. Шәхси кабинетҡа инер өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталының логины һәм паролен ҡулланырға кәрәк. Сервис медицина ойошмаһына беркетелеү иҫәбе менән табипҡа яҙылырға ғына түгел, медицина ярҙамын күрһәтеүгә бәйле мәғлүмәттәрҙе алырға ла мөмкинлек бирә.

Шәхси кабинетта пациент табиптарҙың эш ваҡытын, медицина ойошмалары тураһында мәғлүмәтте белә ала. Бында мотлаҡ страховкалау полисы, беркетелеү участкаһы, йәшәү адресы буйынса участка табибы тураһында мәғлүмәтте белергә, электрон медицина картаһын ҡарарға була. “Медицина картаһы” бүлегендә 2017 йылдың 1 ғинуарынан башлап бөтә күрһәтелгән медицина хеҙмәттәре һәм уларҙың хаҡын ҡарарға мөмкин.
#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан
Яңылыҡ сығанағы: http://www.bashinform.ru
Читайте нас: