+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлекте һаҡлау
2 Август 2019, 11:22

Башҡортостандың Сәләмәтлек һаҡлау министрлығы: 2019 йылда балиғ булмағандарҙың 75 проценты диспансер тикшереүе үтәсәк

Башҡортостандың Сәләмәлтек һаҡлау министрлығы 2019 йылда 17 йәшкә тиклемге балаларҙы диспансер тикшереү кимәлен 75 процентҡа тиклем арттырырға ниәтләй.

Башҡортостандың Сәләмәлтек һаҡлау министрлығы 2019 йылда 17 йәшкә тиклемге балаларҙы диспансер тикшереү кимәлен 75 процентҡа тиклем арттырырға ниәтләй. Был турала республиканың сәләмәтлек һаҡлау министры Максим Забелин “Сәләмәтлек һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуҙы ҡануниәт буйынса оҙатыу һәм мониторингылау буйынса Дәүләт комитетының сәләмәтлек һаҡлау буйынса эш ултырышында хәбәр итте. “Һигеҙ поликлиника” 92н һанлы приказға (Балаларға беренсел медико-санитар ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороу тураһындағы положение) тулыһынса яуап бирәсәк. 17 йәшкә тиклемге балаларҙы диспансер тикшереүе кимәле 75 процентҡа етәсәк. Дүртөйлө һәм Туймазы ҡалаларында яңы балалар поликлиникалары асыласаҡ, - тип һөйләне ул. Сәләмәтлек һаҡлау министрлығының 92н приказында балаларға беренсел медико-санитар ярҙам күрһәтеү, педиатрҙың эш урынын ойоштороу ҡағиҙәләре, дауахананың тейешле штаты һ.б. күрһәтелгән. Шулай уҡ милли проект буйынса 18 медицина ойошмаһының ремонты тамамланған, уларға амбулатор шарттарҙа гериатрия профиле буйынса ярҙам күрһәтелә, быйыл республика балалар клиник дауаханаһының реконструкцияһы планлаштырылғанлығын, милли проектты тормошҡа ашырыу планы үтәлеүен дә өҫтәне Забелин. Башҡортостандың Сәләмәтлек һаҡлау министрлығы 2019 йылда 336 млн һумға 20 төр медицина йыһазы һатып аласаҡ. “Сәләмәтлек һаҡлау” милли проекты 2024 йылға тиклем эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем осраҡтары күрһәткестәрен кәметеүҙе, беренсел медико-санитар ярҙам күрһәтеүсе медицина ойошмаларында кадрҙар дефицитын бөтөрөүҙе, бөтә граждандарға ла йылына кәм тигәндә ике тапҡыр профилактика медицина тикшереүе үткәреүҙе күҙаллай. Милли проектты тормошҡа ашырыуға Рәсәйҙә 2019-2024 йылдарҙа 1,7 трлн һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырыла.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: https://futurerussia.gov.ru
Читайте нас: