+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлекте һаҡлау
6 Август 2019, 11:21

Сәләмәтлек һаҡлау министрлығы: Рәсәй Федерацияһының 15 төбәгендә балалар үлеме күҙалланған күрһәткестәрҙән юғарыраҡ

Сабыйҙар үлеменең юғары күрһәткестәре Карелияла, Төньяҡ Осетияла, Бурятияла, Башҡортостанда, Карачаево-Черкессияла, Забайкалье һәм Красноярск крайҙарында билдәләнгән.

Айырып алғанда, сабыйҙар үлеменең юғары күрһәткестәре Карелияла, Төньяҡ Осетияла, Бурятияла, Башҡортостанда, Карачаево-Черкессияла, Забайкалье һәм Красноярск крайҙарында билдәләнгән.

Рәсәй Федерацияһында сабыйҙар үлеме 2019 йылдың ғинуар-апрель айҙарына мәғлүмәттәргә ҡарағанда бер мең яңы тыуған балаға 4,7 осраҡ тәшкил итте. 2018 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда был күрһәткес 5,1 осраҡ ине. Тик 15 төбәктә сабыйҙар үлеме “Балалар сәләмәтлеген һаҡлауҙы үҫтереү” федераль проектында күҙалланған күрһәткестәрҙән күпкә юғарыраҡ, тип хәбәр итте Балаларға медицина ярҙамы һәм бала табырға ярҙам итеү хеҙмәте департаменты директоры урынбаҫары Ольга Чумакова.

Проблеманы хәл итеү өсөн был төбәктәргә штаттан тыш баш неонатологтар, акушер-гинекологтар һәм педиатрҙар етәкселегендәге белгестәр командалары ебәрелде. “Стационар медицина ярҙамы күрһәтеүҙең аудиты позицияһынан Балалар сәләмәтлеге милли медицина тикшеренеү үҙәге ҙур эш башҡара. Был төбәктәрҙең һәр береһе өсөн сабыйҙар үлеме кимәлен түбәнәйтеү буйынса шәхси өҫтәмә план эшкәртелә, йыл аҙағына күрһәткестәргә ирешербеҙ, тип ышанабыҙ”, - тине ул.

Шул уҡ ваҡытта Чумакова 2019 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса федераль проектты тормошҡа ашырыуҙың ыңғай күрһәткестәрен дә билдәләне. “Тәүге һөҙөмтә – бөтә төбәктәр ҙә балалар сәләмәтлеген һаҡлауҙы үҫтереү буйынса төбәк программаларын эшләне. Артабан быйыл тәүге ярты йыллыҡта балиғ булмағандарҙың диспансер тикшереүен, шул иҫәптән мәғариф учреждениеларында уҡыу барышында ла үткәреү тәртибен раҫлау буйынса Сәләмәтлек һаҡлау министрлығының приказын сығарырға тейеш инек”, - тип бүлеште директор урынбаҫары.

Сабыйҙар үлеме кимәлен кәметеү - “Сәләмәтлек һаҡлау” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. 2025 йылға күрһәткесте бер мең иҫән тыуған сабыйға 4,5 осраҡҡа тиклем кәметеү планлаштырыла.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

# регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: https://futurerussia.gov.ru
Читайте нас: