2019 йылдың ғинуар-июнь айҙарында Башҡортостанда үлем күрһәткесе 12,2 промилле – был 2018 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 0,2 промиллегә кәмерәк, тип белдерә республиканың Сәләмәтлек һаҡлау министрлығы.
Был күрһәткес промиллелә иҫәпләнә. Үлеүселәрҙең дөйөм һаны халыҡтың уртаса йыллыҡ һанына бүленә һәм 1000 кешегә тапҡырлана. Үлем һәм тыуымды шулай һанау алымы күпселек илдәрҙә индерелгән.
Сәләмәтлек һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һүҙҙәренә ҡарағанда, ағымдағы йылдың алты айы эсендә республиканың 1598 кешеһенең ғүмере һаҡлап ҡалынған. Бөтәһе Башҡортостанда тәүге ярт йыллыҡта 24380 кеше вафат булған.
2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән “Сәләмәтлек һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә эшкә һәләтле кешеләрҙең үлем һаны 100 мең кешегә 2018 йылдың 455 осрағынан 2024 йылда 350-гә тиклем, ә балалар үлеме һаны бер мең яңы тыуған сабыйға 2018 йылдың 5,5 осрағынан 2024 йылға 4,5 осраҡҡа тиклем кәмер, тип көтөлә. Ошо һәм башҡа маҡсаттарҙы ил хөкүмәте алдында Владимир Путин ҡуйҙы.