+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлекте һаҡлау
19 Август 2019, 11:32

Өфөлә “Сәләмәт туҡланыу мәктәбе” эшләй башланы

Проектты “Демография” федераль милли проекты программаһы сиктәрендә халыҡҡа сәләмәтлекте пропагандалау Төбәк йәмәғәт ойошмаһы тормошҡа ашыра. Уның маҡсаты – дөрөҫ туҡланыу уларҙың сәләмәтлегенең һәм әүҙем тормоштарының нигеҙе булһын өсөн мөмкин тиклем күберәк кешегә файҙалы белемдәр тапшырыу.

Республиканың Сәләмәтлек һаҡлау министрлығында “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, “Сәләмәт туҡланыу мәктәбе” Өфөлә декабргә тиклем аҙна һайын үткәрелеүсе тематик лекциялар үткәреүҙе күҙаллай. Шул уҡ ваҡытта ҡалала Өфө халҡы өсөн уңайлы урындарҙа (сәүҙә үҙәктәре, кинотеатрҙар, кафелар) сәләмәт туҡланыу буйынса алты оҫталыҡ дәресе буласаҡ. Алынған белемдәрен практикум ваҡытында файҙаланып, Мәктәп тыңлаусылары үҙҙәренең генә түгел, ғаилә ағзаларының да сәләмәтлегенә йоғонто яһай аласаҡ.

Шулай уҡ проект сиктәрендә “Сәләмәт туҡланыу нигеҙҙәре. Аҙыҡ сифаты һәм хәүефһеҙлеге” программаһы буйынса сәләмәт туҡланыу буйынса 20 волонтер-инструктор уҡытыу планлаштырыла. Курсты “Һөнәри белем биреү институты” өҫтәмә һөнәри белем биреү ойошмаһы эшләгән.

Бынан тыш, киң йәмәғәтселектең иғтибарын сәләмәт туҡланыу темаһына йәлеп итеү өсөн быйыл көҙ Башҡортостанда “Аҡыллы туҡланыу – яңы мең йыллыҡтың тренды” конференцияһы буласаҡ. Сара барышында урындағы етештереүселәрҙән “Тыуған тәбиғәт көсө” сәләмәт аҙыҡ-түлек йәрминкәһе ойоштороу планлаштырыла.
#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан
Яңылыҡ сығанағы: http://www.bashinform.ru/
Читайте нас: