+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлекте һаҡлау
29 Август 2019, 11:00

Башҡортостанда “һөт кухняһы” продукцияһын таратыуҙың яңы пункты эшләй башланы

“Һөт кухняһы” продукцияһын таратыуҙың яңы пункты ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында эшләй башланы. Ул Ленин урамы, 35-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Һөт, ҡатыҡ, эремсекте бында Стәрлетамаҡтан килтерәләр. Ассортимент аҙнаһына ике тапҡыр яңыртылып тора.

“Һөт кухняһы” продукцияһын таратыуҙың яңы пункты ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында эшләй башланы. Ул Ленин урамы, 35-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Һөт, ҡатыҡ, эремсекте бында Стәрлетамаҡтан килтерәләр. Ассортимент аҙнаһына ике тапҡыр яңыртылып тора.

Түләүһеҙ нигеҙҙә һөт кухняһы продукцияһы менән әҙ килемле ғаиләләрҙәге өс йәшкә тиклемге балалар тәьмин ителә. Бөгөнгә Салауатта бындай балалар һаны 250.

Шулай уҡ һөт кухняһы тауарҙарын һатып алырға ла мөмкин. Уларҙы эре сәүҙә селтәрҙәренә килтереү мәсьәләһе ҡарала. Танылыуҙы арттырыу һәм һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн брендбук эшләнгән. Бөтә продукция, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең иғтибарын йәлеп итеү өсөн, заманса сағыу ҡаптарҙа сығарыла.

2019 йыл аҙағына тиклем республикала һөт кухнялары селтәре барлыҡҡа киләсәк. Яҡын арала ошондай пункттарҙы Белорет, Нефтекама, Сибай һәм Октябрьский ҡалаларында асыу планлаштырыла. Был эш “Демография” милли проектын һәм уның төбәк өлөшө – “Башҡортостанда сәләмәт туҡланыуҙы һәм насар ғәҙәттәрҙән баш тартыуҙы ла иҫәпкә алып, граждандарҙы сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеү системаһын булдырыу” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: http://www.bashinform.ru/
Читайте нас: