+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлекте һаҡлау
2 Сентябрь 2019, 11:51

Медведев “тәгәрмәсле поликлиникалар” булдырыуҙы хупланы

Премьер-министр Дмитрий Медведев Рәсәй төбәктәрендә күсмә поликлиникалар эшен уңай яҡтан билдәләне.

Премьер-министр Дмитрий Медведев Рәсәй төбәктәрендә күсмә поликлиникалар эшен уңай яҡтан билдәләне. Новгород өлкәһе губернаторы Андрей Никитин менән осрашыу барышында хөкүмәт рәйесенә мобиль медицина комплекстары булдырыу тәжрибәһе тураһында һөйләнеләр. Был “ҙур булмаған тәгәрмәсле поликлиникалар”, уларҙа ете табип кабинеты урынлашҡан.

Медведев төбәктәрҙә шундай мобиль комплекстарҙы файҙаланыуҙарын күреүен билдәләне. Өлкән йәштәгеләр һәм халыҡтың әҙ хәрәкәтләнеүсән категорияһы өсөн был бик уңайлы – йыраҡ йөрөргә кәрәкмәй, үҙ ауылыңда заманса йыһаздарҙа тикшереү үтергә була.

“Сәләмәтлек һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә халыҡты тикшереү өсөн комплекстар барлыҡҡа киләсәк. Был турала ошо йылдың февралендә үк Сәнәғәт һәм сәүҙә министрлығы башлығы Денис Мантуров белдергәйне.

Күсмә поликлиникалар йөк автомобилдәре нигеҙендә теләһә ниндәй юл һәм һауа торошонда ла эшләйәсәк. Улар үҙебеҙҙең илдә етештерелгән юғары технологиялы медицина йыһаздары менән йыһазландырылған буласаҡ.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: https://ria.ru/
Читайте нас: